+15 °С
Облачно
VK
Шиғри күстәнәс
26 Августа , 09:06

Зөһрә Ҡотлогилдина шиғырҙары

Башҡортса шиғырҙар

Зөһрә Ҡотлогилдина шиғырҙарыЗөһрә Ҡотлогилдина шиғырҙары
Зөһрә Ҡотлогилдина шиғырҙары

ФУТБОЛ
Тубы бигерәк тә йылғыр,
Шаян, тыңлауһыҙ инде.
Ҡапҡаға инер урынға
Кәртәгә барып инде.
Көн дә, көн дә уйнай торғас,
Ирхан оҫтарҙы тамам.
Хәҙер тупты башы менән
Осора күккә табан.
Цирктағы жонглёр һымаҡ,
Уйната ғына тупты.
Үксә менән артҡа табан
Тупты йыраҡҡа типте.
Яурындары менән малай
Һауанан тупты тота.
Урамыбыҙ чемпионы, тип
Әйтмәйҙәр уға юҡҡа.

ҠОШТАР КОНЦЕРТЫ
Аҡлан сәхнәгә әйләнгән,
Ағастар – тамашасы.
Ҡоштар концерт ҡуя, тиеп,
Тып та тып тама тамсы.
Иң тәүҙә сыҡты сыйырсыҡ,
Һис тә ҡаушап торманы.
Мең көйгә һалып йырҙарын
Йырланы ла йырланы.
Унан һандуғас һайраны,
Торғаны моң йомғағы.
Ҡайҙан йыйған шул сама йыр?
Был – тәбиғәт йомағы.
Кәкүк тә инәлтмәй генә
Әйтә башланы таҡмаҡ.
Бер, ике, өс... алты, ете... –
Һанарға етмәй бармаҡ.
Бытбылдыҡтар, бүҙәнәләр
Теҙелешкән сиратҡа.
Моң һибелә, йыр тарала
Әйләнә тирә-яҡҡа.

БЕҘҘЕҢ ӘТӘС
Беҙҙең әтәс ҡысҡыра
Таң һайын: «Кикири-күк!
Көнө ырай уңғандарҙың,
Торғандың ғына иртүк!»
Әтәс менән уянғанға
Эштәрҙе бөттөм тиҙ үк.
«Асыҡҡанһыңдыр, кил, аша,
Ҡайҙа һин кикири-күк?!»
Тыпыр-тыпыр бейеп үтте
Ул ем һалған һауытты,
Шунан, һөрәнләп, саҡырҙы
Табынға бар тауыҡты.
Ана шундай беҙҙең әтәс
Уңған да ул, йомарт та.
Ихлас һыйлай, әйтерһең дә,
Ҡунаҡсыл хужа йортта.

ШАЛҠАН
Хас әкиәттәге һымаҡ,
Шалҡанды тартам, тартам.
Тартып сығара алмайынса
Йығылып барып ятам.
Ҡулда – өҙөлгән япрағы,
Ә шалҡан тороп ҡалды.
Ҙур булып үҫкәнгә уны
Атайым ҡаҙып алды.
Бындайын да дәү шалҡанға
Ул да аптырап тора.
Әкиәт, тип ышанмаһаң,
Үҙең үҫтереп ҡара.

МӘК
Баҡсабыҙҙа үҫтерәбеҙ
Күҙ яуын алыр мәкте.
Орлоғо менән биҙәйбеҙ
Ҡышын бәлеш, икмәкте.

Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА,
Рәссам Гөлназ ҒИЛӘЖЕТДИНОВА.

Автор:Рита Стеничкина
Читайте нас