+15 °С
Облачно
VK
Шиғри күстәнәс
26 Августа , 09:50

СЕБЕШТӘР ҮҪТЕРӘМ

Балалар ижады

СЕБЕШТӘР ҮҪТЕРӘМСЕБЕШТӘР ҮҪТЕРӘМ
СЕБЕШТӘР ҮҪТЕРӘМ

Инкубатор – серле тартма,
Йомортҡа һалып ҡуйһаң,
Егерме көн үтеүгә,
Йомортҡа урынына
Йомро-йомро себештәр
Сипылдашып ултыра.
Бигерәк инде йомшаҡтар,
Кейемдәре һап-һары,
Ҡанаттары һелкенә,
Емелдәшә күҙҙәре,
Суҡыштары кескенә,
Сипылдаша телдәре.
Әсәй менән икәүләп,
Себештәр кеүек һөйләп:
«Сип-сип сип», – тиеп көйләп,
Саҡырабыҙ тиҙ-тиҙ-тиҙ,
Ем бирәбеҙ бергәләп.
Сәй эсереү ҙә һәйбәт.
Әсәйем китте эшкә,
Инде хәҙер нишләргә?
«Ашат беҙҙе, тары һип,
Сип-сип-сип, тары һип», –
Тип иң шәбе һикеренә.
Инде белдем нишләргә!
Ишек алды – бәпкә үлән,
Итәгемә тултырып,
Себештәрҙе сығарам,
Саф һауала йөрөргә.
Итәгемде асыу булды –
Һикерҙеләр сирәмгә.
Инде нисек йыйырға?
Әһә, тары бар бит кеҫәлә!
«Сип-сип сип», – тип әйтеүгә
Йыйылды минең дуҫтар.
Шатланалар, бейейҙәр,
Тарыны тиҙ сүпләйҙәр.
Ауылда ишек алды –
Иң ҡыҙыҡлы урын ул.
Үҫтерәйек себеш, бәпкә,
Тауыҡ, әтәс һәм ҡаҙҙар,
Күркәләр һәм өйрәктәр.
Беҙ бит бик уңған ҡыҙҙар!

 

Златомира ҠАЙРАҠПАЕВА,
Иҫке Туймазы ауылы, 5-се класс уҡыусыһы.
З. Вәлиди исемендәге Милли китапхана ойошторған
«Ҡәләмемде һынап ҡарайым» конкурсы еңеүсеһе.

Автор:Рита Стеничкина
Читайте нас