+1 °С
Ясно
VK
Шиғри күстәнәс
26 Августа , 09:44

АЛТЫНСЫ БАЛА ҮҘЕМ

Балалар ижады

Добавить в предпочтительные источники Google
АЛТЫНСЫ БАЛА ҮҘЕМАЛТЫНСЫ БАЛА ҮҘЕМ
АЛТЫНСЫ БАЛА ҮҘЕМ

Беҙҙең ғаилә бик күмәк,
Улар хаҡында һүҙем.
Атай, әсәй, биш апайым
Һәм тағы ла мин үҙем.
Биш апайыма атай:
«Биш йондоҙ!» – тип өндәшә.
Миңә әйтә: «Алмазымдан
Алмас таш та көнләшә!»
Йылмайып тора әсәй,
Йүгереп торам, йәнәhе.
Биш апайҙың араhында
Булғанға бәләкәйе.
Рәхмәтлемен, атай, әсәй,
Рәхмәтлемен, апайҙар!
«Алмазыбыҙ үҫә!» – тиеп,
Терәрhегеҙ арҡалар.

Алмаз БАҠЫЕВ, 2-се класс уҡыусыһы.
Кушнаренко районы, Әхмәт ауылы.

Автор:Рита Стеничкина
Читайте нас