

МИҘГЕЛДӘР
Миңә яҙҙар бик-бик оҡшай,
Бысраҡ боҙ иреп аҡҡан.
Ағастар менән бергәләп
Шатлыҡ та сәскә атҡан.
Йәмле йәйҙе лә яратам
Ҡояш, йылы, иркенлек!
Таңғы ысыҡ нурын сәсә –
Күңелдә шундай һиллек!
Көҙҙәр яҡын күңелемә,
Уйнап киткән бар төҫтәр.
Алтын миҙгелдең нурҙары
Рухыбыҙға ҡот өҫтәй.
Ҡарлы ҡыштарҙы яратам,
Йыл аҙағында килә.
Йылдың башында ла миҙгел
Буран атында елә.
Ике тапҡыр хужа булыу
Башҡаларға эләкмәй.
Ҡыш йылмайып яуап бирә:
– Миңә Ҡарар кәрәкмәй.
Ә БЕСӘЙ ҠАЙҘА БУЛҒАН?
Итеге бар, бесәйе юҡ.
Оҙаҡ торҙоҡ аптырап.
Азат әйтте:
– Ул итектә.
Эстә ҡасып ултыра.
МИН АТТА ЕЛӘМ
Бер, ике, өс,
Бер, ике, өс...
Фатир буйлап ат саба.
Ике пар уның тояғы,
Тиҙлекте ҡайҙан таба?!
Атайҙа тик бер пар аяҡ –
Тик ҡалышмай атайым.
Барыһын да уҙасаҡбыҙ,
Елдәй елә атҡайым.
Барыһынан мин шәберәк –
Фатирҙа елдәй еләм.
Бер аяғымда һикереп,
Барыһын уҙып киләм.
АҠЛЫ-ҠАРАЛЫ
Бер көндө фотографҡа
Ҙур пингвин килеп ингән.
Етди ҡиәфәт менән:
– Фотоға төшәм! – тигән.
– Төҫлөмө? – тип һорағас,
– Юҡ, юҡ! – тип бер аҙ
көлгән.
Фотограф аптыраған:
– Төҫлө фото һайлай фил,
Арыҫлан, турғай, маймыл,
Төҫлөгә төшәйек, кил,
Төҫтәр йәм өҫтәй, һин бел!
– Аҡлы-ҡаралы кәрәк!
Төҫлө фото бик ирмәк! –
Тигәс пингвин бик ярһып,
Фотограф ҡуйған яһап.
«Тик пингвин ғына шундай,
Төҫһөҙ фотоно һайлай...» –
Тип фотограф уйлаһа,
Фотоға төшәм тиеп,
Зебра килгән дабаһа!!!
Владимир КУЗЬМИЧЁВ,
Лариса Абдуллина тәржемәһе.
Рәссам Таңсулпан Күгәрсен.