+21 °С
Облачно
VK
Шиғри күстәнәс
24 Июля , 11:44

БЕСӘЙ МЕНӘН ЭТ

#шиғыруҡыйыҡ

БЕСӘЙ МЕНӘН ЭТБЕСӘЙ МЕНӘН ЭТ
БЕСӘЙ МЕНӘН ЭТ

БЕСӘЙ МЕНӘН ЭТ
Бесәйем менән этемдең
Холоҡ яғы әҙәпле:
Тешләшмәй ҙә,
Тырнашмай ҙа,
Уйнарға ла һәләтле.

БЕСӘЙ ЯТА ҺИМЕРЕП
Бесәйебеҙ ҡунып ҡайтҡан,
Инде ята һимереп,
Өй башында йөрөгәндер,
Ҡаҙ түшкәһен кимереп!

ЭТЕБЕҘГӘ АСЫУЛАНАМ
Күршебеҙҙең эте менән
Көс һынаша этебеҙ.
Был уйынмы, көрәшеүме? -
Бер аҙ сабыр итегеҙ.

Тыңламаған этебеҙгә
Асыуланып торамын:
"Ниңә улай ҡыланаһың -
Өҙәһең бит ҡолағын".

Рәшит ЗАҺИҘУЛЛИН.

Фото: Нүрзилә менән Инзирә Баязитоваларҙан.

Автор:Рита Стеничкина
Читайте нас