+18 °С
Ясно
VK
Шиғри күстәнәс
21 Июля , 10:37

ҺИН ҠАЛ, ҺИН СЫҠ!

#шиғыруҡыйыҡ

ҺИН ҠАЛ, ҺИН СЫҠ!ҺИН ҠАЛ, ҺИН СЫҠ!
ҺИН ҠАЛ, ҺИН СЫҠ!

Бик йыш йәшенмәк уйнайбыҙ,
Йыйылышҡанда бергә,
Шау-гөр килеп тора донъя
Дуҫтар йыйылған ерҙә.

"Һин бында ҡал, һин бар сыҡ,
Эҙлә беҙҙе, маҡтансыҡ!"

Йом күҙеңде, ҡапла йөҙөң,
Ҡарама беҙ ҡасҡансы!
Унан йүгер һин эҙләргә,
Йөрө, әйҙә, тапҡансы!

"Берәү, икәү, өс, дүрт, биш,
Ҡайҙарға ҡасты дуҫ-иш?"

Әгәр һин йоҡлап йөрөһәң,
Һине уҙып китербеҙ.
Һине уҙып китербеҙ ҙә
Гел эҙләүсе итербеҙ!

"Йөрө урамды урап,
Эҙлә, әйҙә, беҙҙе тап!"

Әлфис ҒАЯЗОВ.

Фото: Нүрзилә менән Инзирә Баязитоваларҙан.

Автор:Рита Стеничкина
Читайте нас