+14 °С
Облачно
VK
Шиғри күстәнәс
17 Июля , 10:41

ҠОЙМАҠ МЕНӘН ҠАЙМАҠ

#шиғыруҡыйыҡ

ҠОЙМАҠ МЕНӘН ҠАЙМАҠҠОЙМАҠ МЕНӘН ҠАЙМАҠ
ҠОЙМАҠ МЕНӘН ҠАЙМАҠ

Ҡоймаҡ әйтә: "Мин тәмле"!
Ҡаймаҡ әйтә: "Мин тәмле"!
Ҡоймаҡты ҡаймаҡҡа манып,
Ашап ҡара - бик тәмле!

 

Ҡоймаҡ әйтә: "Ҡаймаҡты
Ҡоймаҡландырҙым әле".
Ҡаймаҡ әйтә: "Ҡоймаҡты
Ҡаймаҡландырҙым әле".

 

Аша ҡаймаҡлап ҡоймаҡ,
Аша ҡоймаҡлап ҡаймаҡ.
Әйҙә бәхәсләшә бирһен
Тәмлекәс ҡоймаҡ, ҡаймаҡ.

 

Сәрүәр СУРИНА

 

Фото: Фотографии ИнНу Инзирә һәм Нурзилә төркөмөнән.

Автор:Рита Стеничкина
Читайте нас