+16 °С
Облачно


Түтәлдә үҫә йәшелсә,
Ағас башында - емеш,
Картуф, кишер - ер аҫтында,
Сирәмдә - бәпкә-себеш.
Балыҡ, тәлмәрйен - тик һыуҙа,
Ҡоштар үҫә һауала.
Тик мин генә бирешмәйем,
Үҫә бирәм ҡайҙа ла:
Ағасҡа ла үрмәләйем,
Ҡыйыҡтан осоп төшәм,
Һыуҙа йөҙәм, сабам ерҙән,
Ә үҙем һаман үҫәм!
Фото: Зиннур БОҪҠОНОВ