+21 °С
Ясно
VK
Шиғри күстәнәс
12 Июля , 08:40

ШИҒЫР УҠЫЙЫҠ

Башҡортса шиғырҙар

ШИҒЫР УҠЫЙЫҠШИҒЫР УҠЫЙЫҠ
ШИҒЫР УҠЫЙЫҠ

ЙӘЙ АПАЙ

Йәй апай матурланып,
Беҙгә ҡунаҡҡа килгән.
Сәскәле күлдәк кейгән,
Оҫта биҙәнә белгән.
Төрлөтөрлө сәскәләр –
Күлдәгенең биҙәге,
Ер еләге, көртмәле
Әберсәһе, бәшмәге.
Ҡулдарында силәктәр,
Унда бешкән еләктәр.
Барыбыҙҙы һыйланы,
Әйтеп матур теләктәр.

ГӨЛДӘРЕМ

Баҡсамда үҫә гөлдәр,
Ағы, күге, һарыһы.
Гөлдәрем бик матурҙар,
Нурға сумған барыһы.
Хәстәрләйем үҙҙәрен,
Һыуҙар ҡоям, ҡарайым.
Утайым мин ҡыйҙарын,
Арыным, тип тормайым.
Рәхмәттәр әйтеп миңә
Сәскә ата гөлдәрем.
Шул гөлдәр араһында,
Үтә минең көндәрем.

БОЛОТ

Дөбөрдөбөр дөбөрләп,
Әй уйнай болот күктә.
Ялт та йолт итеп хатта
Уттар шаяра өҫтә.
Сырсыу килеп балалар
Болот насар, тигәндәр.
Кем уҙарҙан йүгерешеп,
Өйҙәренә ингәндәр.
Көмөш керпеген елпеп,
Илаған икән болот.
Күҙ йәштәре тыпылдап,
Яуғандар ямғыр булып.
Кисер, болот, тигәндәр,
Рәхмәт әйтеп балалар.
Ямғыр шифалы икән,
Сәскә атҡан раузалар.

КЕСЕРТКӘН

Бай япраҡлы кесерткән
Кәртә буйында үҫә.
Тейеп булмай үҙенә,
Шундуҡ бармаҡты өтә.
Сәнскеләре күп уның,
Тоторға хатта ҡурҡам.
Яҡынламай алыҫтан
Мин уға ҡарап торам.
«Ҡурҡмасы минән», – тиеп,
Кесерткән әйтә миңә, –
Витаминдарға мин бай,
Кәрәк булырмын һиңә!»

Линиза ШАКИРОВА.
Белорет районы.
Рәссам Гөлназ ҒИЛӘЖЕТДИНОВА.

Автор:Рита Стеничкина
Читайте нас