

БИ-ИШ БЕСӘЙ?
Биш бесәй мейес башында,
Яратам мин барыһында.
Береһе көҙгө ҡаршында,
Береһе уйнай ташында,
Береһе мейестең артында,
Береһе мейестең алдында,
Береһе кейеҙ аҫтында,
Береһе уның өҫтөндә,
Береһе мейес ситендә.
Көнө буйы, ни эштер,
Улар һаҡлай мейесте!
Туҡта, һин ҡара һанап,
Йә берәмләп, йә парлап:
Ҡыҙыҡ бит, бында бесәй
Барлығы икән нисәү?
Әллә ун, әллә бишәү?
Теүәл иҫәпләмәйенсә
Яңылышма, белмәйенсә, –
Уйнай һинең күҙ алдыңда,
Биш түгел мейес башында?
Аҫтын өҫкә килтереп,
Сабып, аунап, һикереп,
Етәү уйнай бит ҡаршыңда!
ТОРНА КЕМДЕ КӨТӘ?
Оҙон аяҡлы торна
Ҡамышта баҫып тора,
Бер күҙе уның һыуҙа,
Икенсеһе – баҫыуҙа.
Кемде көтә был торна
Күҙен дә алмай ҡырҙан?
Торна ҡунаҡ саҡырған,
Торна бит бөгөн тыуған!
Уң яҡтан һулға ауып,
Килеп ята ҡырғауыл.
Өйрәк атлай ҡаршыға,
Ул йүгерә, ашыға.
Бер төркөм ҡаҙҙар менән
Йүгерә, атлай селән,
Улар менән сумғалаҡ,
Бар ҡашҡабаш, аҡсарлаҡ.
Аҡҡош йөҙә һыу буйлап,
Ярға сыға ул яйлап.
Осоп килә һандуғас,
Оса, йырлап, ҡарлуғас.
Хәҙер инде торна шат,
Шатлыҡтан ҡаға ҡанат:
Бар ҡунаҡтар йыйыла,
Бына күңелле була!
Йырлағандар йырлаһын,
Бейегәндәр бейеһен,
Һыу буйы гөрләп торһон!
Тыуған көн матур үтһен,
Бүләктәр ҙә күп булһын!
СЕБЕШ ҺӘМ СЕЛӘҮ
Себеш йортта сүп өйөмөн
Типкәләй ҙә типкәләй,
Шулай итеп ул өйөмдән
Ашарға ниҙер эҙләй.
Типкәләй торғас, бер селәү
Килеп сыҡты аҙашып.
Аяғы юҡ, юҡ башы:
Аптырап, оҙаҡ торҙолар
Уҫал итеп ҡарашып.
Ә унан булды ҡыҙыҡ:
Ашығып алға уҙып,
Был селәү ергә сумды.
Борғаланып, уралып,
Ул шунда уҡ юҡ булды.
Ә селәүҙән ҡурҡып ҡасты
Себеш осоп, һикереп!
Аңламаҫһың бер ҡасан:
Әллә себеш оялсан,
Әллә селәү бик уҫал?
ҠУСҠАР
Өйҙөң алдында
Һатыу үҙәге,
Ҡусҡарҙың шунда
Барыу теләге.
Бер яйы тыуғас,
Йоҡонан торғас,
Китте үҙәккә
Икмәккә-һөткә.
Асты ҡапҡаны,
Алда ҙур урам,
Тәҙрә төбөндә
Уның ҡайтҡанын
Көтөп ултырам.
Әй, ҡусҡар, ҡусҡар!
Мин һине көтәм!
Йөрө шәберәк,
Ҡайтсы тиҙерәк,
Һин барған үҙәк
Түгел бит йыраҡ,
Йөрөйһөң оҙаҡ!
Был эҫе көндө
Киттеңме арып?
Үҙәккә әле
Еттеңме барып?
Ә6әй, ҡусҡар, ҡусҡар!
Әллә юлың тар?
Башҡа мин көтмәм.
Үҙем барырмын
Ошо үҙәккә,
Һөткә, икмәккә!
Һатып алырмын
Һәм тиҙ ҡайтырмын!
Әлфис ҒАЯЗОВ,
Рәссам Ирина ӘХМӘҘУЛЛИНА