+14 °С
Облачно
VK
Шиғри күстәнәс
4 Июня , 11:40

ЗООПАРК

#шиғыруҡыйыҡ

ЗООПАРКЗООПАРК
ЗООПАРК
Күктә асылған зоопарк - 
Бар мышы ла, арыҫлан,
Килгән унда аҡ айыуҙар,
Һыуыҡ яҡтан, алыҫтан.
 
Мөгөҙлө болан, эттәр,
Аттар ярһып сабалар,
Африканан жирафтар
Юлды нисек табалар?
 
Офоҡ ҡаплап уҙышалар,
Шаян ел ҡыуа арттар.
Баҡһаң, улар яралған бит
Йөҙөп килгән болоттан!
 
Зөбәйҙә ИСЛАМОВА
 
Фото: Нүрзилә һәм Инзирә Баязитоваларҙан.
Автор:Рита Стеничкина
Читайте нас