+1 °С
Ясно
VK
Шиғри күстәнәс
4 Июня , 10:38
- Миңә дарыу бирегеҙ! - тип,
Эй аҡыра бер бәрәс.
Аптекала.
Аптырай ул,
Бер кем дарыу бирмәгәс.
Шунан, матур ғына итеп,
Былай тиеп өндәшә:
- Дарыу бирегеҙсе, ЗИНҺАР!
- Бына алсы! Һау йәшә!
 
Факиһа ТУҒЫҘБАЕВА
 
Фото: Инзирә һәм Нүрзилә Баязитоваларҙан.
Автор:Рита Стеничкина
Читайте нас