+19 °С
Дождь
VK

МИНЕҢ ДУҪТАРЫМ

МИНЕҢ ДУҪТАРЫММИНЕҢ ДУҪТАРЫМ
МИНЕҢ ДУҪТАРЫМ

БЫТБЫЛДЫҠ

Ҡырҙа саҡта:
—Туҡ булдыҡ! — ти.
Яҡын килһәң:
—Юҡ булдыҡ! — ти.

КӘКҮК

Ғүмер буйы оя ҡормай,
Өй һалмағас, өйҙә тормай.
Башҡа йортҡа күкәй һала,
Бала баҡмай йәшәй ала.

ҺАНДУҒАС

Иң моңло ҡош, иң затлы ҡош,
Телкәйҙәре иң татлы ҡош.
Майҙа ғына һайрай ала,
Тик күңелдә һәр саҡ ҡала.

АТ

Егеп була санаңа,
Егеп була арбаға.
Елдәй етеҙ еләһең,
Ҡыҫтырһаң бот араңа.

ТОРНАЛАР

«Торайыҡ!» — ти таңда ла,
«Торайыҡ!» — ти кисен дә,
Тормай беҙҙә үҙҙәре,
Торалар һаҙ эсендә.

КӨСӨК

Тоғро дуҫ, һаҡсы — өйрәтһәң,
Әҙерләп бирһәң өйсәк.
Уны бәләкәй сағында
Атайҙар икән нисек?

КҮГӘРСЕН

Аҡ та була, күк тә була,
Емдәр һипһәң, күп тә була,
Күктәр тыныс, аяҙ саҡта
Көтөүҙәре күктә була.

ҺЫЙЫР

Бикләгәндә һарайыңа һәр саҡ һыйыр,
Ҡырға ҡыуһаң, яланыңа саҡ-саҡ һыйыр.
Күпме генә ашаһа ла, түгел туйыр,
Шарт-шорт иткән йылан ғына уны тыйыр.

ЭЙӘР

Аттан бейек, эттән тәпәш,
Итә һине аттан бейек,
Бара түбәң күккә тейеп,
Эттән тәпәш китһә бейеп.

ТУРҒАЙ

Таңдан тороп: «Сыҡ-сыҡ!» — ти.
Юҡты ла ул «Суҡ-суҡ!» — ти.
Өй башында оялай,
Ҡай берәүҙәр сыпсыҡ, ти.

Рауил НИҒМӘТУЛЛИН,

Рәссам Ирина ӘХМӘҘУЛЛИНА.

 

 

Автор:Рита Стеничкина
Читайте нас