+24 °С
Облачно
VK

БАТЫР БУЛҒЫМ КИЛӘ

Олатайымдың миҙалынТағып ҡуйҙым түшемә.Миҙал-ордендар килешәҺәр бер егет кешегә.

БАТЫР БУЛҒЫМ КИЛӘБАТЫР БУЛҒЫМ КИЛӘ
БАТЫР БУЛҒЫМ КИЛӘ

Атай әйтә: "Миҙалдар тик
Батырҙарға бирелә.
Тоғро хеҙмәт итһә генә
Ғәзиз тыуған иленә."

 

Атайыма ла бирелгән
Яу батыры миҙалы.
Мин дә ҡурҡаҡ малай түгел,
Тик миҙалым юҡ әле.

 

Олатай һәм атай кеүек,
Батыр булаһым килә.
Күкрәгемә, улар кеүек,
Миҙал тағаһым килә.

 

Рәсимә Ильясова.

 

Фото: Фотографии ИнНу Инзирә һәм Нурзилә төркөмөнән.

Автор:Рита Стеничкина
Читайте нас