+20 °С
Ясно
VK
Шиғри күстәнәс
27 Апреля , 05:55

Ҡош-ҡорт тураһында шиғырҙар

Башҡортса шиғырҙар

Ҡош-ҡорт тураһында шиғырҙарҠош-ҡорт тураһында шиғырҙар
Ҡош-ҡорт тураһында шиғырҙар

ШУҠ ӘТӘС
Күрҙем-күрҙем шуҡ әтәс,
Ана кейгән күк кәпәс.
Тик маҡтансыҡ әтәстең
Кәпәсе бик бәләкәс.
/Абдулхаҡ ИГЕБАЕВ/

 

СЕБЕШ
Өйөрөлә-сөйөрөлә,
Сип-сип йырлап, бер себеш,
Берәүҙең күлдәге һары,
Бигерәк матур, имеш.
/Факиһа ТУҒЫҘБАЕВА/

 

ӨЙРӘК
Ҙур-ҙур емдәр бирһәм дә,
Ул һаман да:
– Ваҡ! Ваҡ! – ти.
Үҙенә гел баҡһам да,
Ул һаман да:
– Баҡ! Баҡ! – ти.
/Рауил НИҒМӘТУЛЛИН/

 

ҠАҘ
Ҡаҙ, ҡаҙ, ҡа-ҡа-ҡа,
Ҡарама минең яҡҡа,
Һуҙмасы муйыныңды,
Боҙмасы уйынымды.
/Гүзәл СИТДИҠОВА/

 

СЫЙЫРСЫҠ
Иртән торһам, сыйырсығым
Килеп ҡунған ояға.
Һайраны ул, һайраны,
Шатлыҡ сәсеп донъяға.
Ҡанатҡайын елпей-елпей,
Көйләне моңло көйҙө.
Эй, маҡтаны, данланы
Тыуған ер, тыуған өйҙө.
/Ҡадир ӘЛИБАЕВ/

 

ТУМЫРТҠА
Тумыртҡа – урман докторы,
Ағас йөрәген тыңлай.
Уның әйткән һәр бер һүҙен
Урман ҡабатлай, тынмай.
/Айһылыу ЙӘҒӘФӘРОВА/

 

КҮГӘРСЕН
Гөрләй күгәрсен
Тәҙрә башында.
Ике балаһы
Ҡанат аҫтында.
Бына бер аҙҙан
Улар үҫерҙәр.
Болоттар аша
Осоп үтерҙәр.
/Кәтибә КИНЙӘБУЛАТОВА/

 

ҠАРЛУҒАС
Мин ҡарлуғас, ҡарлуғас,
Ҡайттым бына яҙ булғас.
Оя юҡ, тип ҡағырмайым,
Бейек текә яр булғас.
/Гөлфиә ЮНЫСОВА/

 

Рәссам Ирина ӘХМӘҘУЛЛИНА.

Автор:Рита Стеничкина
Читайте нас