+20 °С
Ясно
VK
Шиғри күстәнәс
26 Марта , 06:15

Ринат СӨЛӘЙМӘНОВ шиғырҙары

Башҡортса шиғырҙар

Ринат СӨЛӘЙМӘНОВ шиғырҙарыРинат СӨЛӘЙМӘНОВ шиғырҙары
Ринат СӨЛӘЙМӘНОВ шиғырҙары

ЖИРАФ

Оҙонмуйын, оҙонмуйын,
Ниндәй сәйер хайуан ул?
Беҙҙең яҡҡа – зоопаркҡа
Килеп сыҡҡан ҡайҙан ул?
Оҙонмуйын тигәнемдең
Ысын исеме – жираф.
«Ниңә муйының оҙо-о-он?» – тип,
Уның үҙенән һораш.
Беҙҙең оло баҡсалағы
Сейә бейеклек буйы.
Африканан килгән бит ул,
Нимәнән тора һыйы?
Эҫе яҡтан килгән дуҫым
Нисек икән һый-ашҡа?
Оҙон кәүҙәле булғас ни,
Яҡындыр ул ҡояшҡа.

Яратырмы баҡсалағы
Сейә менән алманы?
Әллә ашаймы икән тик
Япраҡтарын пальманың?
Әгәр ҙә алып килтерһәк,
Ашармы силос, фураж?
Мөғжизәле хайуан булып
Сыҡты бит, әй, был жираф.
Ҡустым әйтә: «Арҡаһына
Тейәгән кеүек кирбес.
Кранға оҡшаш, ҡойроғона
Тағып алған емергес.
Иҫке йорттарҙы емереп,
Ҡыҙғылт-һары кирбестән,
Әйтерһең дә, өр-яңы йорт
Ул төҙөргә керешкән».

 

КӨНГӨРӘ

Көнгөрә, көнгөрә,
Йылы яҡта көн күрә.
Бәпәйен муҡсаһында
Йөрөтөүе көлдөрә.
Ҡайҙа һатыла икән
Шундай ҡупшы муҡсаһы?
Тик ултырмай һис кенә:
Балаһының шуҡ сағы.
Муҡсаһының төбөндә
Кәнфиттәр ята микән?
Көнгөрәләр балаһын
Шулай ярата микән?

 

ҺАҒЫҘАҠ

Өйөбөҙҙә һағыҙаҡ
Осоп йөрөй бик оҙаҡ.
Һыҙғырыуын ҡабатлап
Маташтыра Оморҙаҡ.
Ирештермәсе улай,
Сағып алмаһын, ҡустым.
Тәҙ(е)рәне асайыҡ,
Урманға ҡарай осһон.
Аңламай уҫаллығын
Кескәй генә бөжәктең,
Киҫәтеүемде ҡустым
Былай тиеп төҙәтте:
– Һарыҡай дуҫы күреп,
Минең менән уйнай,
– Безелдәгәс, ул мине – ти.
Һағыҙаҡ, тип уйлай, – ти.

 

АЙЫУ

Ярата ҡурай еләген,
Ярата татлы балды.
Йәй буйы витамин йыйып,
Ҡышҡы йоҡоға талды.
Йоҡлай майлы табан ялап –
Табанында йәй тәме.
Ҡыш буйына бер уянмай
Татлы йоҡлай, әйтәмен.
Татыған ул урмандағы
Күпме еләктең тәмен.
Йоҡо батшаһы – Айыухан –
Үҙе тере витамин.
Тәмле төштәр күрәлер ул,
Ашағанға гел татлы:
Бал ҡорттарын ҡыуалайҙыр
Алпан да толпан атлап.
Табаны майлы булғанға,
Тайыштабан исеме.
Ул уяныр сөскөрөнөп,
Яҙҙың тәүге еҫенә.

 

Ринат СӨЛӘЙМӘНОВ,
Ф. Туғыҙбаева исемендәге конкурс лауреаты.

Рәссам Ирина ӘХМӘҘУЛЛИНА.

 

 

Автор:Рита Стеничкина
Читайте нас