БЕСӘЙЕМ
Бесәйебеҙ аҡ ҡына,
Муйыны ҡара саҡ ҡына.
Бик аҡыллы бесәй ул,
Яратып һөт эсә ул.
Иртүк тора, йыуына
Оҙон көндөң буйына.
Йыуынһа ла көн буйы,
Бис ағармай муйыны.
Өйҙәренә барып инһәм,
Инәйгә ҙур һөйөнөс.
Ҙур рәхмәттәр әйтә-әйтә
Яғып ебәрә мейес.
КҮРШЕБЕҘҘӘГЕ ИНӘЙ
Күршебеҙҙә генә йәшәй
Бик ҡартайған бер инәй,
Дәрестән һуң ҡалғаным юҡ
Уның янына инмәй.
Йә тиҙ генә һыу килтерәм,
Йә иҙән йыуып бирәм,
Йә утын ҡырҡып индерәм,
Йорт тирәһен һеперәм.
Өйҙәренә барып инһәм,
Инәйгә ҙур һөйөнөс.
Ҙур рәхмәттәр әйтә-әйтә
Яғып ебәрә мейес.
СЫБАР ТАУЫҠ
Бары өйрәк бәпкәләре
Сығарҙы сыбар тауыҡ.
Көнө буйы тиреҫ тибеп,
Туйындыра ем табып.
Бер көндө йылғаға барғас,
Бәпкәләр төштө һыуға.
— Ай, балаларым бата, — тип,
Тауыҡ ҡалды ҡурҡыуға.
Тибенеп ем таба ла ул,
Алдаштыра:
— Ҡыт та ҡыт!
Өшөнөгөҙ, асыҡтығыҙ,
Күптән сығырға ваҡыт.
Яуап бирәләр бәпкәләр:
— Уйнайбыҙ, быжыҡ, быжыҡ!
Беҙ өшөргә бәпесме ни,
Йөрөмә, әсәй, мыжып.
Әлфинур Вахитова
Фото: Фотографии ИнНу Инзирә һәм Нурзилә төркөмөнән.