+6 °С
Облачно
VKЕңеүгә - 80 йыл
Шиғри күстәнәс
6 Февраля , 06:50

ЮҠ ЕРҘӘ ТИҢЕҢ

#шиғыруҡыйыҡ

ЮҠ ЕРҘӘ ТИҢЕҢЮҠ ЕРҘӘ ТИҢЕҢ
ЮҠ ЕРҘӘ ТИҢЕҢ

Матур һин, Урал,
Юҡ ерҙә тиңең;
Йондоҙҙарың да
Аҫыл таш һинең!

 

Тауҙарың бейек,
Урманың йәмле;
Шишмәләреңдең
Һыуҙары тәмле.

 

Күлдәрең һинең
Түгел күл генә, —
Оҡшап торалар
Яҡты көҙгөгә.

 

Киң яландарың —
Зәңгәр иркенлек.
Тулҡына иген
Диңгеҙ шикелле.

 

Һиҙелмәй һинең
Ҡышҡы һалҡының
Йылыта беҙҙе
Зәңгәр ялҡының.

 

Матур һин, Урал,
Юҡ ерҙә тиңең;
Йондоҙҙарың да
Аҫыл таш һинең!

 

Маҡсуд Сөндөклө

 

Фото: Зиннур Боҫҡонов

Автор:Рита Стеничкина
Читайте нас