КӘЗӘ
Кәзә бәрәсен эйәртеп,
Көтөүҙән ҡасып ҡайтҡан.
Ҡайтҡан да, баҡсаға инеп,
Түтәлгә менеп ятҡан.
БӘПЕС
Атайым менән әсәйем
Бәпес алып ҡайтҡандар.
Ауыҙында теше лә юҡ,
Уны ҡайҙан тапҡандар?
ШИШМӘ
Атайым менән беҙ кисә
Таҙарттыҡ шишмә юлын.
Үҙе бик таҙартыр ине,
Көрәге юҡ бит уның.
ЙӘШЕНЕП ҺӘМ ЙӘШЕРЕП
Кәнфитте күп ашаһам да
Эсәйемдән йәшенеп,
Ә теш һыҙлаһа, әсәйҙән
Булмай икән йәшереп.
ҠУРАЙ
Нисек өрөп ҡарамайым
Ҡартатайҙың ҡурайын,
Эсенән бер көй ҙә сыҡмай,
Көйө бөткән, моғайын.
АҒАЙЫМ
Ағайым һаҡал үҫтерә,
Һаҡалдан уңмаҡ була.
Әллә уны үҫтереп ул,
Ҡартатай булмаҡ була.
ҠАРТ БҮРЕ
Ҡыуып етә алмаһа ла
Ҡарт бүре йәш ҡуянды:
«Күптән өшөп ята инем,
Йылындым», — тип ҡыуанды.
Рамазан Шәғәлиев
(1935-2010)
Фото: "Фотографии ИнНу Инзирә һәм Нурзилә"
төркөмөнән.