Өләсәй, кил, йәме, беҙгә,
һағынып көтәм үҙем.
Тәҙрәләргә ҡарай торғас,
йәшкәҙәп бөттө күҙем.
Өләсәй, кил,
ҡала буйлап
үҙеңде йөрөтөрмөн.
Ҡайҙа сәй магазины бар,
мин шуны күрһәтермен.
Өләсәй, кил,
каникулһыҙ
үҙем бара алмайым.
Ҡасан килеп төшөрөңдө
көнөнә ҡырҡ һанайым.
Өләсәй, кил,
көнө буйы
һин бәйләгәндә ойоҡ,
үҙем сәйҙәр ҡайнатырмын,
йырлармын — булмам бойоҡ.
Бесәйем, иҙәндә аунап,
йомғағыңды уйнатыр.
Атайым эштән ҡайтыр ҙа
хәлең һорап йыуатыр.
Өләсәй, кил!
Һин килдеңме,
өй эсе көлөп тора.
Ҡулыңдағы энәләрҙән
нурҙар бөркөлөп тора.
Ғәлим Дәүләди
Фото: Фотографии ИнНу Инзирә һәм Нурзилә төркөмөнән.