+6 °С
Облачно
VKЕңеүгә - 80 йыл
Шиғри күстәнәс
18 Января , 11:03

ВАҠЫТЫ ҠАЛМАЙ

#шиғыруҡыйыҡ

ВАҠЫТЫ ҠАЛМАЙВАҠЫТЫ ҠАЛМАЙ
ВАҠЫТЫ ҠАЛМАЙ

Эт булып өрә Нәзиф,
Ишәк булып ҡысҡыра,
Бүре булып кескәйҙәрҙе
Ҡурҡыта ул йыш ҡына.

 

Ул бар ерҙә мөмкин түгел
Кескәйҙәргә уйнарға:
Әтәс кеүек ташлана ул
Малайҙарға, ҡыҙҙарға.

 

Юлбарыҫ та була малай,
Айыу ҙа була малай.
Бәй, шунан кеше булырға
Уның ваҡыты ҡалмай...

 

Тимер Арслан.

 

Һүрәт - асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Рита Стеничкина
Читайте нас