+6 °С
Облачно
VKЕңеүгә - 80 йыл
Шиғри күстәнәс
18 Января , 11:11

КӨЛ ӘЙҘӘ, КЕСКЕНӘМ!

#шиғыруҡыйыҡ

КӨЛ ӘЙҘӘ, КЕСКЕНӘМ!КӨЛ ӘЙҘӘ, КЕСКЕНӘМ!
КӨЛ ӘЙҘӘ, КЕСКЕНӘМ!

Күр әле ниндәй киң,
Матур ҙа ер йөҙө,
Шул ерҙең иң нәфис
Сәскәһе — һин үҙең.

 

Һин — сафлыҡ,
һин — шатлыҡ,
Моңло йыр яңғырауы,
Ҡысҡырып көлөүең —
Шишмәләр сылтырауы.

 

Был көлөү бомбалар
Тауышынан көслөрәк.
Нур һибеп донъяға
Көл әйҙә, кескенәм!

 

Рәғиҙә Янбулатова.

 

Фото: Фотографии ИнНу Инзирә һәм Нурзилә төркөмөнән.

Автор:Рита Стеничкина
Читайте нас