-20 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Шиғри күстәнәс
18 Ғинуар , 16:54

ИРТӘГӘ БАБАЙ

(Әкиәт)

ИРТӘГӘ БАБАЙ
ИРТӘГӘ БАБАЙ

Кис еттеме, Наил әйтә:
— Телевизор ҡарайыҡ!
Шунда Раил килеп етә:
— Йә ҡунаҡҡа барайыҡ!

 

— Гелән телевизор ҡарау —
Ул бит, — тим, — күҙҙе боҙа.
Ә көн дә ҡунаҡҡа йөрөү
Күҙҙе генә түгел инде,
Бөтөнләй һеҙҙе боҙа.

 

Шул саҡ улдарым һарыла
Икеһе ике яҡлап:
— Улай булғас, әкиәт һөйлә!
— Әкиәт һөйлә! —
Ҡысҡыралар таҡмаҡлап.

 

Нәҡ әкиәттәге кеүек,
Өс һорау минең алда.
Шул өс һорау —
Шул өс юлдың
Теләһәң ҡайһын һайла.

 

Өсөнсөһөн һайланым мин.
Ике шуҡ улым менән
Киттек юлдың тураһынан —
Әкиәт юлы менән.

 

— Борон-борон заманда
Йәшәгән, ти, бер малай.
Тап һеҙҙең кеүек малай,
Исеме булған Ямай.

 

Хәйер, берәү генә түгел,
Малайҙар бик күп булған.
Ул малайҙар шундай булған:
Береһенән-береһе уңған!

 

Тап һеҙҙең кеүек, улар ҙа
Көлгәндәр, уйнағандар.
Әммә һөнәр хаҡында ла
Малайҙар уйлағандар.

 

Алты йәштән сапсып торған
Арғымаҡҡа менгәндәр.
Илҡарттарын һоҡландырып,
Бәйгеләрҙә елгәндәр.

 

Үҫкән улар арыҫландай
Ғәйрәтле, көслө булып.
Дуҫтарына көләс йөҙлө,
Дошманға — үсле булып.

 

Булған — ҡоштар телен аңлап,
Хайран ҡалдырыусылар;
Йыртҡыс бүреләрҙе ҡыуып,
Хәлдән тайҙырыусылар.

 

Бүре тотоу — уйын ғына,
Айыуға ла сыҡҡандар.
Сыҡҡандар ҙа суҡмар менән
Һуҡҡандар ҙа йыҡҡандар.

 

Булған — булат ҡылыс менән
Ҡылды ярған егеттәр.
Бер уҡ менән бер атыуҙа
Бөркөт алған егеттәр.

 

Ҡурайсылар дан ҡаҙанған
Ҡурайҙа уйнап ҡына.
Ҡаҙанып була икән шул,
Уйнаһаң уйлап ҡына.

 

Берәү йырға оҫта булған,
Икенсеһе — бейергә.
Эш түгел, хатта уйындың
Кәрәк яйын белергә.

 

Ә беҙҙең Ямайыбыҙ һуң
Ҡайҙа юғалды әле?
Ниндәй һөнәрҙәр өйрәнде,
Ниндәй дан алды әле?

 

Ялҡау булып сыҡты Ямай,
Һөнәр ҙә юҡ, дан да юҡ.
Уға ҡарап халыҡ әйткән:
— Иҫәпкә бар, һанға юҡ.

 

Иртән тороп кирелгән ул,
Төш еткәндә һуҙылған.
Кискә тиклем иренеп кенә
Унда-бында һуғылған.

 

Бар белгәне шул булған:
Ашаған да йоҡлаған.
Исмаһам, бер яңылышып,
Ҡулына эш тотмаған.

 

Атаһы бер йомош ҡушһа:
«Иртәгә!» — тигән Ямай.
Әсәһе берәй эш ҡушһа:
«Иртәгә!» — тигән Ямай.

 

Бына шулай итеп уның
Көндәре үткән инде.
Кеше ғүмере сикһеҙ түгел,
Үткән дә киткән инде.

 

Үҫә-үҫә малайыбыҙ
Эйләнгән, ти, ағайға.
Тора-торғас, ағайығыҙ
Әйләнгән, ти, бабайға.

 

Баҡалдары ап-аҡ булған,
Ҡартайған Ямай тамам.
Ә үҙе һаман һөйләнгән:
«Иртәгә!» — тигән һаман.

 

Тора-бара исемен дә
Онотҡандар бабайҙың.
«Иртәгә бабай» тип кенә
Йөрөткәндәр Ямайҙы.

 

Әйтерһегеҙ, ни менән һуң
Бөткән бының ахыры?
«Иртәгә» тигән сир менән
Үлеп киткән бахырың.

 

Ул сир ялҡауға йоға, ти,
Ямайҙан тороп ҡалған.
Әкиәт итеп һөйләһәм дә,
Һүҙҙәрем түгел ялған.

 

Ә хәҙер бар, сабығыҙ,
Беҙҙең уйнар сағығыҙ.
Дыу килтереп уйнағыҙ,
Әммә был әкиәтемде
Онотмағыҙ, уйлағыҙ!

 

Ғабдулла Байбурин.

 

Фото: Зиннур Боҫҡонов

Автор: Рита Стеничкина
Читайте нас