-20 °С
Болотло
Бөгөн донъя мамыҡ ҡына —
Аҡҡош ҡағынғанмы ни!
Ҡарҙар өҫтөбөҙгә ҡуна,
Беҙҙе һағынғанмы ни!
Саңғы менән атылабыҙ
Һалҡын ҡыш ҡосағына,
Һыуыҡ, һиҙҙертмәйсә, биттән
Иркәләп ҡоса ғына.
Осабыҙ ҡош кеүек йылғыр,
Етә алмай елдәр ҙә.
Әлдә генә тыумағанбыҙ
Ҡыш булмаған илдәрҙә!
Сөләймән Муллабаев.
Фото: Фотографии ИнНу Инзирә һәм Нурзилә төркөмөнән.