+6 °С
Облачно
VKЕңеүгә - 80 йыл
Шиғри күстәнәс
15 Января , 14:22

БЕҘҘЕҢ КАТОКТА

#шиғыруҡыйыҡ

БЕҘҘЕҢ КАТОКТАБЕҘҘЕҢ КАТОКТА
БЕҘҘЕҢ КАТОКТА

Осһоҙ-ҡырыйһыҙ
Киң матур ялан,
Ул йомшаҡ ҡарҙан
Юрған ябынған.

 

Яланды ярып
Аҡҡан йылғаның
Беҙ белеп алғас,
Һыуы туңғанын.

 

Көҙгөләй боҙҙан
Үттек шыуышып,
Бер-беребеҙҙе
Киттек ҡыуышып.

 

Ялтыр боҙ шыжлай
Аяҡ аҫтында,
Шат йырҙар яңғырай
Алыҫ-алыҫҡа.

 

Күңелле лә һуң
Шундай саҡтарҙа, —
Бойоғоу юҡ һис
Беҙҙең сафтарҙа.

 

Спорт менән беҙ
Гел күнегәбеҙ,
Шуға көр күңел,
Уҡыу ҙа еңел.

 

Ҡурҡытмай беҙҙе
Ҡышҡы һыуыҡ та,
Һәр саҡ күңелле
Беҙҙең катокта!

 

Нәжип ИҘЕЛБАЙ

 

Фото: Зиннур Боҫҡонов

Автор:Рита Стеничкина
Читайте нас