Аҡ ҡар баҫҡан яланды,
Ҡураларҙы, соланды.
Ябалаҡлап ҡар яуа,
Бөгөн буранлы һауа.
Иртә һалҡын яланда
Ҡар бураны һеперә.
Таңдан тороп, беҙҙең Булат
Мәктәбенә йүгерә.
Мәктәп йылы, күңелле!
Апай менән һеңлеле,
Әсмә менән Гөлбикәләр
Бында килә түгелме?
Улар бында киләләр,
Үҙҙәре шат, көләләр.
Уҡыр өсөн, уйнар өсөн
Көлә-көлә киләләр.
Дауыт ЮЛТЫЙ
Фото: Фотографии ИнНу Инзирә һәм Нурзилә төркөмөнән.