Ай-яй беҙҙең Тимербай,
Бигерәк ҡыҙыҡ бер малай:
Инде ашарға тиһәң,
Кәзәләнә бер талай.
Тәмле итеп әсәһе
Манный бутҡа бешерә,
Матур, нәни тәрилкәгә
Бик һәйбәтләп төшөрә.
Ашарға тип саҡыра,
Ә Тимербай аҡыра:
Ашамайым бутҡа, ти,
Көсләмә лә юҡҡа, ти.
Шул саҡ Тимербай менән
Булып бөттө әкәмәт.
Киреләнә, кәзәләнә,
Ялындыра бер сәғәт.
Өҫтәл янына килһә,
Тәрилкәһен этәрә.
Шул сағында әсәһенең
Ул маҙаһын китәрә.
* * *
Кәнфит күрһә, Тимербай
Береһен ашап бөтөрмәй
Тағы һорай, тағы һорай,
Биргәнен дә көттөрмәй.
Бер һауытта бал күрһә,
Уның күҙен ут ала,
Бармаҡ тығып ашай-ашай
Ауыҙҙары буяла.
* * *
Ныҡ әрнегәс тештәре,
Арлы-бирле әйләнде —
Аптырағас, юҡ өсөн
Әсәһенә бәйләнде.
Ҡоторондо, иланы,
Бәреп-бәреп аяғын,
Түҙә алмағас, яулыҡ менән
Бәйләнеләр яңағын.
Аҙағында Тимербайға
Доктор алып килделәр,
Тешен һурҙырмай тороп
Төҙәлмәҫен белделәр.
Тимербайҙы урындыҡҡа
Тотоп бәйләп һалдылар,
Ҡыҫҡыс тығып ауыҙына
Тешен һурып алдылар...
* * *
Шул аҙаптар һуңында
Тимербай ҙа төҙәлде.
Хәҙер ашай һәр бер бешкән
Бутҡаны ла кеҫәлде.
Хәҙер инде аҡылланды,
Иҫкә алмай кәнфитте.
Хәҙер инде Тимербай
Тәмләп ашай котлетты.
Хәҙер беҙҙең Тимербай
Матурланды, таҙарҙы.
Уның ике бите лә
Алма кеүек ҡыҙарҙы.
Дауыт ЮЛТЫЙ.
Фото: Фотографии ИнНу Инзирә һәм Нурзилә төркөмөнән.