+6 °С
Облачно


Беҙҙең ҡала тау башында,
Алыҫтарҙан күренә.
Бейек-бейек таш йорттары
Болоттарға үрелә.
Баҡсалары урман кеүек:
Үҫә ҡайын, йүкәләр...
Машиналар асфальт юлдан
Йөҙгән һымаҡ үтәләр.
Йылғалары ай нурында
Оҡшай көмөш уҡаға,
Һоҡланмаған кеше юҡтыр
Беҙҙең матур Өфөгә.
Ҡадир Даян.