+6 °С
Облачно
VKЕңеүгә - 80 йыл
Шиғри күстәнәс
10 Января , 10:47

ТӘҘРӘЛӘГЕ БИҘӘКТӘР

#шиғыруҡыйыҡ

ТӘҘРӘЛӘГЕ БИҘӘКТӘРТӘҘРӘЛӘГЕ БИҘӘКТӘР
ТӘҘРӘЛӘГЕ БИҘӘКТӘР

Айҙар тәҙрә эргәһендә
Тышты күҙәтә.
Ә тәҙрәлә төрлө-төрлө
Матур биҙәктәр.
Ҡайҙан килгән, кем төшөргән
Шундай биҙәкте.
Күренә кеүек япраҡтары
Ҡурай еләктең;
Күренә кеүек болондағы
Бөтә үләндәр;
Йылғалағы аҡ томбойоҡ,
Ҡуға, күрәндәр.
Бар ағастар ботаҡтарын
Йәйгәндәр һымаҡ.
Биҙәктәр төрлө булһа ла,
Төҫтәре бер: аҡ.
Шулай ҡыш бабай ҡупшылап
Һүрәт төшөргән.
Гүйә, Айҙар тәҙрәһенә
Яҙҙы килтергән...

 

Хәким ҒИЛӘЖЕВ

 

Фото: Фотографии ИнНу Инзирә һәм Нурзилә төркөмөнән

Автор:Рита Стеничкина
Читайте нас