-20 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Шиғри күстәнәс
28 Декабрь 2025, 13:16

ЕЙӘНЕМ КИЛДЕ ҠУНАҠҠА

#шиғыруҡыйыҡ

ЕЙӘНЕМ КИЛДЕ ҠУНАҠҠА
ЕЙӘНЕМ КИЛДЕ ҠУНАҠҠА

Ейәнем килде ҡунаҡҡа,
Тимер уның исеме.
Нисек яратмаҫка мөмкин
Ошо кескәй кешене?!
Тетелдәп һөйләй хәбәрен,
Йырлап-бейеп ебәрә.
Тимер ыңғайына бергә
Олатай ҙа һикерә.....
Яратҡан йәнһүрәт беҙҙең -
"Зәңгәр трактор" хәҙер!
Уның йырын, геройҙарын
Белмәү күренер сәйер....
Ейәндәрем шулай ҡайтып,
Күңелдәрҙе күтәрһә,
Тағы нимә кәрәк беҙгә
Олоғайған көндәрҙә?

 

Рәйсә Вәғизова,
Ғафури районының Табын ауылы.

Автор: Рита Стеничкина
Читайте нас