ҠЫШ КИЛДЕ
Төндә беҙҙең өй алдына
Ап-аҡ булып ҡар яуған.
Егәрле ел йәһәт кенә
Уны өйөп тә ҡуйған.
Фәнүз сыҡты көрәк тотоп
Тәүге ҡарҙы көрәргә.
Дуҫы Аҡбай менән бергә
Рәхәтләнеп уйнарға.
Әмилә Абдуллина.
БЕҘҘЕҢ ҒАИЛӘ
Беҙ - биш бала ғаиләлә
Мин үҙем - иң кесеһе.
Апайым бар, ағайҙарым,
Яратам һәр береһен.
Бөтәбеҙ бергә йыйылһаҡ,
Гөрләп тора өйөбөҙ.
Шатлыҡ менән, татыу булып
Үтһен килер көнөбөҙ.
Ибраһим Исхаҡов.
ТӨҪЛӨ ҠӘЛӘМДӘРЕМ
Төрлө төҫлө ҡәләмдәрем
Йәйғор кеүек күренә.
Байрам көтөп, альбом бите
Төрлө төҫкә күмелә.
Йәшел ҡәләм оҫта итеп
Шыршымды буяп ҡуйҙы,
Ҡыш бабайым - ҡыҙыл тунлы,
Ҡуян кишерле булды.
Һүрәтемде бик оҡшаттым,
Рәхмәт ҡәләмдәремә.
Байрамға бүләгем әҙер,
Элдем күренгән ергә.
Клара Исмәғилова.
Уҡытыусылары: Латыпова Мөнирә Фәрит ҡыҙы.
Фото: Фотографии ИнНу Инзирә һәм Нурзилә төркөмөнән.