+6 °С
Облачно
VKЕңеүгә - 80 йыл
Шиғри күстәнәс
10 Ноября 2025, 05:53

ТУП

#шиғыруҡыйыҡ

ТУПТУП
ТУП

Тупты Аҡбай тешләгән...
Тубым әллә нишләгән:
Тәгәрәмәй, һикермәй ул,
Тыны бөткән, йомшаған.
Тубым хәҙер олатайҙың
Кәпәсенә оҡшаған!
Йәрәхәтләнгән тупты
Алған инем ҡосаҡлап,
Ата ҡаҙҙай "ыҫ-ҫ-ҫ"ланы!
Ҡурҡып киттем шул саҡта.
Әллә, нығыраҡ ҡыҫ, ти ул,
Әллә, шым бул, тс-с-с! ти ул.
Әллә инде Аҡбайға:
"Яҡын килмә, ыҫ-ҫ-ҫ!" - ти ул?
Тубым әллә нишләгән -
Уны Аҡбай тешләгән...

 

Ринат ХӘЙРЕТДИНОВ.

 

Фото: Зиннур Боҫҡонов

Автор:Рита Стеничкина
Читайте нас