+1 °С
Болотло

Көҙ ҡараңғы урмандарҙа
Ҡабыҙған ҡыҙыу усаҡ:
Ялҡынланып янған төҫлө
Аҡ ҡайын менән уҫаҡ.
Ағастарҙан ағастарға
Ялҡын үрләгән кеүек,
Ялмап алып ҡосағына,
Ҡыҙып дөрләгән кеүек.
Һары япраҡ әллә ҡайҙан
Ялҡынланып торғанға,
Янғын һүндереүселәрҙәй,
Ямғыр йүгерә урманға.
/Сөләймән Муллабаев/
Фото: Зиннур Боҫҡоновтан