+5 °С
Облачно
VKЕңеүгә - 80 йыл
Шиғри күстәнәс
23 Сентября 2025, 07:50

Кәтибә Кинйәбулатова шиғырҙары

Шағирә, балалар яҙыусыһы Кәтибә Кинйәбулатованың тыуыуына 105 йыл

Кәтибә Кинйәбулатова шиғырҙарыКәтибә Кинйәбулатова шиғырҙары
Кәтибә Кинйәбулатова шиғырҙары

КҮГӘРСЕН

Гөрләй күгәрсен
Тәҙрә башында.
Ике балаһы
Ҡанат аҫтында.
Бына бер аҙҙан
Улар үҫерҙәр.
Болоттар аша
Осоп үтерҙәр.

 

ТУРҒАЙҘАР

Һоро турғайҙар
Пырылдап оса.
Уйнап арыһа,
Ботаҡҡа боҫа.

 

БЕҘҘЕҢ ҮГЕҘ

Беҙҙең ҡыҙыл үгеҙҙең
Әй, ҡысыта мөгөҙө.
Осраған бар нәмәне
Йығып китә ул һөҙөп.

 

СЕНТЯБРЬ ЕТТЕ

Мәктәптәр ишеген асҡан,
Сентябрь етте.
Аҙмы уны шат балалар
Һағынып көттө.
Ләләгә лә алты тулды,
Уҡырға бара.
Урамға сыҡҡас та, бер аҙ
Аптырап ҡала.
Ниндәй күп икән беҙ, ти ул,
Йылмая үҙе.
Ашыға-ашыға атлай,
Әй ғорур йөҙө.

 

КӨҘ ЕТКӘС

Килеп етте тағы көҙ көнө,
Ябай түгел — көҙҙөң алтыны.
Саған ағастары ғәжәйеп:
Яна ялҡын төҫлө талпынып.
Тәңкә-тәңкә япраҡ ҡойола
Талғын ғына йомшаҡ елдә лә,
Көҙ һаман көҙ ул, күрәһең,
Япраҡ төшә сыуаҡ көндә лә.
Ошо ваҡыт бөтә япраҡтар
Шыбырланы минең ҡолаҡҡа:
— Османыҡ бит бына йыраҡҡа,
Түшәлдек бит тыуған тупраҡҡа.

 

Рәссам Ирина ӘХМӘҘУЛЛИНА

Автор:Рита Стеничкина
Читайте нас