+32 °С
Ясно
VK
Шиғри күстәнәс
21 Сентября 2025, 08:13

АҠБУҘАТ

#шиғыруҡыйыҡ

АҠБУҘАТАҠБУҘАТ
АҠБУҘАТ

Вәт, исмаһам, йәйге миҙгел,
Көнө ниндәй аҡ, сыуаҡ!
Башҡынайын сайҡай-сайҡай,
Эй, юрғалай Аҡбуҙат!

Аҡбуҙатым, ниңә шулай
Йөрәккәйең ашҡына?
Үҙкәйеңә һоло бирәм,
Ял итеп ал саҡ ҡына!

Буҙ ялдарын ел туҙғыта,
Дөп-дөп килә ҡаҡ тояҡ.
Ҡолаҡтарын ҡайсылатып,
Эй, юрғалай Аҡбуҙат.

Аҡбуҙатым, ниңә шулай
Йөрәккәйең ашҡына?
Үҙкәйеңә һоло бирәм,
Ял итеп ал саҡ ҡына!

Абдулхаҡ ИГЕБАЕВ.

Фото: @club64139721 (Фотографии ИнНу Инзирә һәм Нурзилә) төркөмөнән.

Автор:Рита Стеничкина
Читайте нас