+18 °С
Дождь
VK
Шиғри күстәнәс
26 Августа 2025, 06:05

УЙНАЙЫҠ ҺҮҘҘӘР МЕНӘН

"Аҡбуҙат" китапсығы

УЙНАЙЫҠ ҺҮҘҘӘР МЕНӘНУЙНАЙЫҠ ҺҮҘҘӘР МЕНӘН
УЙНАЙЫҠ ҺҮҘҘӘР МЕНӘН

ЯРЫШТАР

– Футболды кем ярата?
Әлбиттә, етеҙ Ғата.
Ҡасан хужам уйнар тиеп,
Өс тубы көтөп ята.
Әйтегеҙ әле, зинһар,
Йүгереүгә кем бара?
Бер туғандар Гөлнара,
Гөлсара һәм Гөлфара.

Шахмат-шашка уйынына
Ҡайһы спортсылар килә?
Дилә, Зилә, Нурзилә,
Әҙилә һәм Нурсилә.

Волейбол уйынында
Алты ҡатнашыусы бар:
Илдар, Илнар, Ғилемдар,
Айҙар, Инзар һәм Ғайсар.

Доминоға кеше кәрәк,
Эҙләһәң, тиҙ табыла:
Ғәлиулла, Ғәрифулла,
Бәйтулла һәм Хәйбулла.
Маладистар, ярыш-бәйге
Кешеһеҙ ҡалмаҫ бер ҙә.
Уңышлы спортсыларға
Ҡыуанайыҡ беҙ бергә!

 

ҺӨЙЛӘМДӘР

Бер үк хәрефкә башланған
Һөйләмдәр төҙөп ҡара:
Айһылыу алма ашай.
Барый балыҡҡа бара.

Ислам иғтибар итә:
Кәрим көлә күркәнән.
Булатыбыҙ, бойоғоп,
Бүлмәһенә бикләнгән.

Мансур маяҡҡа менде,
Шәүрә шарға шатланды.
Ямғырҙар яуыр яҙҙа,
Ҡырмыҫҡа ҡанатланды.
Һеҙ ҙә шулай ижади
Эш башҡарып ҡарағыҙ.
«Аҡбуҙат»тың йәш дуҫтары,
Буш уҙмаһын сарағыҙ.

 

КӨҘБИКӘ

Айгөлгә байрам көнөндә,
Бүләк иттеләр бесәй.
«Исем ҡушырға кәрәк», – тип
Әйтте ҡыҙына әсәй.
Ҡыҙы риза, былай тине:
«Дуҫтарҙы саҡырайыҡ,
Матур исемде һайлау
Буйынса ярышайыҡ.

Весна, Марта булһа, нисек,
Урыҫса яңғыраймы?
Мыраубикә, Мыяубикә,
тип ҡушһаҡ ярамаймы?»

«Көҙ миҙгеле еткән бит,
Булһын, әйҙә, Көҙбикә».
Шундай исем тәҡдим итте
Әхирәте Гөлбикә.

Йылы өйҙә һөт эсһен
Айгөлдөң Көҙбикәһе.
Булып торһон бесәйҙәргә
Исемдәр йәрминкәһе.

 

Илһам ЛАТЫПОВ,

Рәссам Азамат ҒАРИПОВ.

Автор:Рита Стеничкина
Читайте нас