+10 °С
Облачно
VK
Шиғри күстәнәс
24 Августа 2025, 05:45

Абдулхаҡ ИГЕБАЕВ шиғырҙары

Башҡортостандың халыҡ шағиры Абдулхаҡ Игебаевтың тыуыуына - 95 йыл

Абдулхаҡ ИГЕБАЕВ шиғырҙарыАбдулхаҡ ИГЕБАЕВ шиғырҙары
Абдулхаҡ ИГЕБАЕВ шиғырҙары

КҮГӘРСЕНЕМ - КҮК ҠОШОМ

Ҡауырыйҙарың ебәктән,
Өлтөктәрең аҡ ҡына,
Аяҡтарың ҡып-ҡыҙыл,
Аҙымдарың ваҡ ҡына;
Ялт-йолт итеп ҡаранып,
Атлайһың һин һаҡ ҡына!
Күгәрсенем – күк ҡошом,
Һин бит бала саҡ дуҫым!
Йөндәрең кершән төҫлө,
Ҡойроҡ осоң биҙәккәй,
Ҡара көрән күҙҙәрең
Йылтырай нәҡ һиҙәптәй;

Һине юҡһынған саҡта
Тертләп китә йөрәккәй!
Күгәрсенем – күк ҡошом,
Һин бит бала саҡ дуҫым!
Тап булышһаҡ, эргәмә
Киләһең дә өлтөрәп,
Һағындыңмы, тигәндәй,
Ҡарайһың һин мөлдөрәп;
Унан йырлай башлайһың,
Гөлдөр-гөлдөр гөлдөрләп...
Күгәрсенем – күк ҡошом,
Һин бит бала саҡ дуҫым!

 

ТАЛ АТЫМА АТЛАНЫП

Тал атыма
Атланып,
Эй еләм мин,
Шатланып.
Ҡамсы шартлай
Ҡулымда,
Ҡойон уйнай
Юлымда.
Киң урамдар
Тар һымаҡ,
Ярһый аҫау
Арғымаҡ.

Арғымағым –
Тал-атым,
Һин – талпыныр
Ҡанатым.
Икәү серҙәш
Булайыҡ,
Бәйге сапһаҡ,
Уҙайыҡ...
Күреп шундай
Ат барын,
Хайран ҡалһын
Дуҫтарым!

 

КҮК ТЕЙЕН

Гөл-сәскәләр ҡосаҡлап,
Кейеп бик ҡупшы кейем,
Ҡайҙа китеп бараһың,
Өлтөк ҡойроҡ күк тейен?..
– Яҡын дуҫым ҡуяндың
Тыуған көнө бит бөгөн,
Бөтәһенән алдараҡ
Ҡотлайым әле үҙен!

 

АТАЙ ЕЛКӘН ЯҺАП БИРҺӘ...

Атай елкән яһап бирһә,
Диңгеҙҙә йөҙөр инем;
Көслө тулҡындарҙы ярып,
Ер!һыуҙар гиҙер инем;
Диңгеҙҙәге һәр балыҡтың
Исемен белер инем.
Атай баҫҡыс яһап бирһә,
Мин күккә менер инем;
Күккә менер ҙә болотто
Ат итеп елер инем;
Йондоҙҙарҙың көллөһөн дә
Яҡындан күрер инем.

 

ГӨЛ ИТКЕМ КИЛӘ

Ағастарҙы япраҡ биҙәй,
Сәскә биҙәй аҡланды,
Төндәрҙе көмөш ай биҙәй,
Сулпан биҙәй ал таңды!
Йылғаны тулҡын матурлай,
Ҡояш нурлай көндәрҙе...
Минең дә гөл иткем килә
Тыуып үҫкән ерҙәрҙе!

 

Абдулхаҡ ИГЕБАЕВ,

Рәссам Ирина ӘХМӘҘУЛЛИНА.

Автор:Рита Стеничкина
Читайте нас