Олатайҙың һөртөп ҡуйҙым
Ҡатаһын,
Белеп торам кистән һуңлап
Ҡайтаһын.
Йома намаҙына тиеп
Киткәйне,
Сыҡҡан саҡта маңлайымдан
Үпкәйне:
– И инсафлы, мөхәббәтле
Бала һин,
Иң өлкән ир булып өйҙә
Ҡалаһың,
Мин ҡайтҡанса тәртип һинең
Өҫтә, – тип, –
Бар ҡылғаның булһын яҡшы
Төҫтә, – тип,
Миңә бурыс һалып китте
Олатам.
Донъя көтә беләм инде,
Былайтам:
Һеңлеләргә –
Иҙән йыуыу,
Ҡустыларға –
Быҙау ҡыуыу,
Ә үҙем ярам утын,
Утын бит - өйҙөң ҡото.
Фото: Фотографии ИнНу Инзирә һәм Нурзилә төркөмөнән