-1 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Шиғри күстәнәс
17 Июль , 14:26

АТҠА МЕНДЕМ

Атай тотоп эйәр һалды -Атҡа мендем.Ялды тотоп, берсә ҡурҡтым,Берсә көлдөм.

АТҠА МЕНДЕМ
АТҠА МЕНДЕМ

Атҡа менгәс, ҡапыл буйға
Үҫтем һымаҡ,
Күк толпарҙа күл-йылғалар
Кистем һымаҡ.

 

Мине һынап, атай ҡарай:
"Ҡурҡырмы был?
Тап егетсә теҙгенде ныҡ
Тотормо был?"

 

Гүйә, һыбайлы булып мин
Торҙом сафта.
Малайҙарҙың күҙе шарҙай
Булды аҫта.

 

Ҡурҡыу ҡасты. Күҙем күргән
Яҡҡа елдем.
Күрегеҙ мине: атҡа мендем!
Атҡа мендем!
Юҡ, елмәнем, үттем генә
Байтаҡ ара.
Теҙгенде бит атай тотоп
Атлап бара.

 

Муса ҒӘЛИ

Автор: Рита Стеничкина
Читайте нас: