Тамерлан, Артур
Дүрт класты бөткән.
Йәмле йәйҙе бик
Һағынып көткән.
Тамерлан әүҙем
Йөрөй боксҡа.
Артур - саңғыла
Аҡ ҡарлы ҡышта.
- Элек башҡала
Булған бит ҡалам,
Уның менән мин
Бик ғорурланам.
Стәрлетамағы
Үҙе ҙур ҡала,
Мәктәбенә лә
Ҡыуана бала.
Бокста булды,
Йүгереп алды
Тамерлан батыр.
Конькиҙа шыуҙы,
Бассейнда йөҙҙө
Арымаҫ Артур.
Ике ҡалала
Йәшәйҙәр улар,
Киләсәктә лә
Үрҙәрҙе буйлар.
Инде осрашҡас,
Йәй матур уҙыр,
Ике малайҙың
Ялы шәп булыр.
Иғтибарлылар
Туғандарына,
Тоғро ҡалалар
Үҙ журналына.
"Аҡбуҙат" ҡарап,
Балҡый йөҙҙәре,
Эшкә һәм ялға
Әүҙем үҙҙәре.
"Аҡбуҙат" дуҫы
Булыу бик һәйбәт,
Тәрбиәсебеҙ -
Журналға рәхмәт.
Кителмәһен һис
Бала күңеле,
Иҫһен был йәйҙең
Тик йылы еле.
ИЛҺАМ ЛАТИПОВ,
Өфө ҡалаһы.