

ОСА ЗӘҢГӘР КҮБӘЛӘК
Сәскәләр күп – алһыу, күге,
Сәскәләр күп – аҡ, һары.
Күбәләктәр килеп ҡунһа,
Сайҡалалар баштары.
Күбәләктәр килеп ҡуна
Еләкле күнәгемә.
Биҙәүестәй ҡаҙалалар
Сәскәле күлдәгемә.
САМАУЫР
Өләсәйҙә өс самауыр –
Береһе көмөш, береһе еҙ.
Күмер һалһаң, ҡайнап сыға,
Килһәгеҙ, күрерһегеҙ!
Миңә оҡшай электрлы
Самауыр. Ул биҙәкле.
Батмусы ла үҙе төҫлө,
Тотҡалары һиҙәпле.
Эре генә сәй бешерә
Түбәһендә сәйгүне.
Баллап сәй эсербеҙ әле
Рәхәтләнеп йәй көнө!
СИРЛЕ СӘҒӘТ
Тыҡ-тыҡ иттереп сәғәттең
Эсендә кемдер йәшәй.
Асып ҡарарға бирмәйҙәр,
Сәғәт түгел тип тәтәй.
Айбулат шулай баш вата
Иртәнсәктәрен, кисен.
Бер көн һүтеп ҡараны ул
Тыҡ-тыҡ сәғәттең эсен.
Берәүҙе лә тапмағас,
Өләсәйгә килтерҙе.
«Сәғәт сирләй,» – тигән булып,
Бар кешене көлдөрҙө.
БӘПЕСТӘРЕ БЕСӘЙҘЕҢ
Бесәйебеҙ бәпесләне:
Мыраубай, Мыраубикә!
Шаяндар һәм матурҡайҙар,
Ә әсәй – Уяубикә.
Мыраубикә тик итәктә,
Төшкөһө килмәй – иркә!
Мыраубай йоҡо ярата:
Тораһы килмәй иртә.
Кескәй генә бесәйҙәрем
Тиҙҙән үҫеп китерҙәр,
Мыраубикә, Мыраубайҙан
Бар сысҡандар өркөрҙәр.
БАНАН
Айбулатҡа ай күрһәтәм:
«Күрсе, ай тыуған, балам».
Еңмешләнә: «Алып бир, ти, –
Ул бит, өләсәй, банан!»
Аңламай шул, кескәй әле,
Яңы ай тыуғанлығын.
Банандарҙың беҙҙә бары
Һатыуҙа булғанлығын.
Зөбәржәт ЙӘНБИРҘИНА,
Рәссам Гөлназ ИҠСАНОВА.