

ҠЫРҒАЯҠ
Ҡырғаяҡты «ҡырғаяҡ» тип
Атағандар бит юҡҡа:
Күпме һанап ҡараһам да,
Тәпәйе тулмай ҡырҡҡа.
ЭНӘҒАРАҠ
Эленеп кенә торғандай
Күл өҫтөндә энәғараҡ,
Вертолеттай осоуына
Fәжәпләнеп торам ҡарап.
АНТЕННАҺЫ БАР
«Сәңгелдәк»кә өлгөрәм, тип
Тиҙ-тиҙ шыуыша ҡусҡар.
Телевизор ҡарар өсөн
Уның антеннаһы бар!
ЕҢГӘСӘЙ
Еңгәсәйҙәр ҡыҙынырға
Көнө буйы ла әҙер,
Шуға ҡыҙыл күлдәктәре
Ҡара һипкелле хәҙер.
СИҢЕРТКӘ ЙӘШЕНМӘК УЙНАЙ
Йә, кемегеҙ сиңерткәне
Ябай бөжәк тип уйлай?
Тәпәйе менән тыңлай ул,
Ҡанаты менән йырлай.
Йәшел үләнгә боҫа ла,
Оҙон көн буйы йырлай:
Әллә дуҫтарын саҡыра,
Әллә йәшенмәк уйнай.
ҺАҒЫҘАҠ
Һиҙмәгәндә сағып алһа
Һары буйлы һағыҙаҡ,
Ауыртыуға сыҙай алмай
Тыпырсынырһың оҙаҡ
КҮҘӘТЕРМЕН
Баҡсабыҙҙан табып алдым
Аҡ күбәләк ҡурсағын,
Күҙәтермен күбәләккә
Уның әйләнгән сағын.
СЕРӘКӘЙҘЕ ҠУРҠЫТАМ
Сәрәкәйҙе ҡурҡытыуҙың
Өйрәтте атай яйын:
Урманға барырға булһам,
Һөртәм ҡәнәфер майын.
ҮРМӘКСЕ
Әсәйҙең күҙлеген кейеп,
Булам әле күрмәксе:
Нисек үрә икән ауын
Мөйөштәге үрмәксе?
БАЛ ҠОРТО
Көнө буйы тынғы белмәй,
Бигерәк уңған бал ҡорто.
Шулай уңған булған өсөн
Бал менән тулы йорто.
Рәмзәнә Әбүталипова.
Рәссам Ирина ӘХМӘҘУЛЛИНА.