

ЗӘБИРӘ ВИТАМИНДАРЫ
А витамины үҫтерә,
В, С көс һәм йәм бирә.
Бөтәһен дә ашап ҡарай
Күрше ҡыҙы Зәбирә.
Витаминдарҙы ҡаба ла
Ул үлсәп ала буйын.
Иптәш ҡыҙҙарын тиҙ генә
Уҙыу уның бар уйы.
Зәбирә көнөн үткәрә
Ҙур көҙгө ҡаршыһында.
Һыуға барыу, иҙән йыуыу
Һис кенә юҡ башында.
Зәбирәне витаминдар
Ниңәлер тиҙ үҫтермәй.
Бит остарын алһыулатмай,
Беләгенә көс бирмәй.
Бер нәмә лә аңлай алмай,
Зәбирәбеҙ баш вата.
Ә һин нимә әйтер инең
Зәбирәгә ҡарата?
ҠУРАЙ
Илдар ғыж
ғыж ҡурай тарта –
Өйрәнә генә.
Ҡарап ултыра өләсәй
Үҙ ейәненә.
Нисә йылдар был ҡурайҙы
Һис кем тартмаған:
Ҡурай хужаһы – олатай
Яуҙан ҡайтмаған.
Еңеләйеп ҡалған ҡурай
Йылдар үтеүҙән.
Ҡайғыларын тараталмай
Өнһөҙ көтөүҙән.
Кәметмәгән ләкин уның
Моңдарын йылдар:
Олатаһы ҡурайына
Йән өрә Илдар.
Яулыҡ сите менән һөртә
Өләсәй күҙен...
– Олатайыңдың, – ти, – гүйә,
Ҡайтарҙың үҙен.
ЕР НИСЕК ӘЙЛӘНӘ?
Барыһы ла беҙҙең Ерҙе
Көн
төн әйләнә, тиҙәр.
Әйләнә икән йылғалар,
Әйләнә икән өйҙәр.
Әйләнә ҡарт өйәңкеләр,
Әйләнмәгән әйбер юҡ.
Ҡойма башына ултырып
Әйләнә сыбар тауыҡ.
Ышанаһыңмы – әйләнә
Балалар баҡсаһы ла.
Балалар баҡсаһының сал,
Таяҡлы һаҡсыһы ла.
Йәйен әйләнә – күргән бар,
Каруселгә ултырғас.
Ҡышын нисек әйләнә һуң,
Каруселдәр тик торғас?
ГӨЛДӘРЕМ
Гөлдәремә һыу һибәм,
Төптәре бик тиҙ кибә.
Әсәй әйткәнде көтмәм:
Гөлдәргә һыу һипмәйсә,
Уйнарға сығып китмәм.
Хәтфә гөлдәрем дә бар,
Тамсы гөлдәрем дә бар.
Утап торам сүптәрен.
Ҡупшы баҡсаға оҡшаған
Минең тәҙрә төптәрем.
ЙӘЙ КӨНӨ
Йылға ярында ятам,
Кис булғас ҡына ҡайтам,
Йәйҙең ҡәҙерен беләм —
Сөм
ҡара булып киләм.
Ҡарай миңә көнләшеп
Ярҙа үҫкән миләшем.
Һәр көн ҡояшта тороп,
Ул да килә ҡыҙарып.
Зарема ӘХМӘТЙӘНОВА,
Рәссам Ирина ӘХМӘҘУЛЛИНА.