+14 °С
Облачно
VK
Шиғри күстәнәс
23 Апреля 2025, 08:25

Ҡуян күстәнәсе

Ф. Туғыҙбаева исемендәге конкурс лауреаты

Ҡуян күстәнәсеҠуян күстәнәсе
Ҡуян күстәнәсе

ҺАЛДАТ БУЛАМ

Минең ағай, һалдат булып,
Хеҙмәт итә йыраҡта.
Әсәй әйтә: «Ул яҡтарҙа
Иртә тора ҡояш та».
Ҡулына автомат тотоп,
Ағайым тора һаҡта.
Бер дошман да үтә алмаҫ,
Ағайым булған саҡта.

Мин башыма кейҙем каска,
Ҡулға тоттом автомат.
Көҙгө ҡаршыһына баҫһам,
Ҡарап тора (ы)сын һалдат!
Тиҙҙән мин дә, үҫеп етеп,
Армияға китермен:
Ағай кеүек, һалдат булып,
Илгә хеҙмәт итермен.

 

ҠУЯН КҮСТӘНӘСЕ

Атайым вахтанан ҡайтҡас,
Сумкаларын бушата.
Ҡараһам, сумка төбөндә
Бер ҡап «доширак» ята.
Атай әйтә: «Был ҡаптың бит
Бик ябай түгел эсе.
Алып ҡайттым, ҡыҙым, һиңә
Мин «ҡуян күстәнәсе».
— Нисек һуң ҡуян Себерҙә
Өшемәй генә йәшәй?
Ә ҡаптағы «доширак»ты
Ҡайҙа бешереп ашай?

– Ҡуян йомшаҡ тунын кейгәс,
Һыуыҡта ла өшөмәй,
Ә аҙыҡты тик кимерә,
Утҡа ҡуйып бешермәй.
Атай артынан ҡуянға
Ҡуйһам ҡайнар «доширак»,
Барғансы уҡ туңып бөтөр —
Себер бит ул бик йыраҡ.
Һалҡында ла артыҡ туңмай,
Кәнфит ебәрәм әле.
Ауыҙ эсендә ул ирей,
Бер ҙә юғалмай тәме.

 

ТУҒАН ТЕЛДЕ ЯРАТАМ

Өләсәйем , матур итеп,
Һөйләй туған телендә.
Туған илдәй, әсәйеңдәй
Туған тел, ти, бер генә!

Өләсәй шулай аңлата,
Әкиәттәр тыңлата.
Туған телен белгәндәр, ти,
Туған илен ярата.
Яратам мин әсәйемде,
Яратам тыуған илде.
Әсәйемдәй, илкәйемдәй,
Яратам туған телде!

 

ТЕЛДЕ ӨЙРӘНӘМ

«Тек-тек» итә сәғәт теле:
Ваҡытты хәбәр итә.
Әбей «ҡош теле» бешереп,
Табын янында көтә.
«Телеңде йоторлоҡ, – ти ул,
– Ашағыҙ, балаларым!»
Телем йотола күрмәһен!
Ашығып ашаманым.
Әбей әйтә: «Тел» һүҙенең
Була бер нисә төрө.
Һүҙҙәрҙең серен асырһың ,
Өйрәнгәс туған телде.»

 

ХӘРЕФ ӨЙРӘНӘМ

Өләсәй уҡытыусы булған,
Миңә хәреф өйрәтә.
Һәр бер хәрефтең исемен
Миңә уҡып күрһәтә.
Хәрефтәрҙең исемдәрен
Ятланым инде күптән.
Һәр хәрефтең – үҙ исеме:
Үҙгәрмәй инде бүтән.
– Был ниндәй хәреф? – тиеп,
Һорай өләсәй иртән.
Кисә өйрәнгән хәрефте
Төндә онотто микән?

 

АТАЙЫМ ҺАЛДАТ БУЛҒАН

Атайым булған һалдатта —
Беҙҙән йыраҡ-йыраҡта.
Һалдат кейеме кейгән.
Береты бына тигән.
Хәрби кейемен кейҙе.
Әсәйем, ултыр, тине.
Төшәйек икәү һүрәткә:
Иҫтәлектәр кәрәк тә.
Өләсәйем итәгенә
Мендем йүгереп кенә.
Мин бит һалдаттың ҡыҙы,
Шуға теремек кенә.

Өләсәйем ултыра
Беҙҙең өсөн һөйөнөп.
Үәт, атай ҡыуандырҙы,
Һалдат кейеме кейеп.

 

КИТАП УҠЫҒАН БАЛА

Зирәк аҡыллы бала
Ҡулына китап ала.
Китаптағы байлыҡты
Күңел түренә һала.
Китап уҡыған бала
Китаптан белем ала.
Мәктәптә яҡшы уҡый,
Гел "5", "4"-ле генә ала.
Китап – белем асҡысы,
Ҙур йыһандың баҫҡысы.
Китап уҡыған бала
Йыһанды яулай ала!

Өләсәһе һүҙҙәрен
Айгиз гел иҫкә ала.
Айҙы ла гиҙәһе килеп,
Ҡулына китап ала.

 

Рәсимә ИЛЬЯСОВА

Рәссам Ирина ӘХМӘҘУЛЛИНА

 

Автор:Рита Стеничкина
Читайте нас