

Тып-тып, тып-тып,
тып-тып, тып-тып,
Һин елдереп киләһең.
Шулай осоп килмәҫ инең,
Беҙ көткәнде беләһең.
«Аҡбуҙат», «Аҡбуҙат»,
Яратабыҙ беҙ һине.
Һинең менән рәхәт беҙгә,
Һинең менән күңелле!
Әсәйемдең дә дуҫы һин,
Атайымдың да дуҫы,
Һин беҙҙе ҙур үҫтерәһең,
Тылсымлы һин, тылсымсы!
«Аҡбуҙат», һин булған ерҙә
Бөтә балалар ҙа шат.
Беҙҙе яратҡаның өсөн
Рәхмәт һиңә, «Аҡбуҙат»!
Тып-тып, тып-тып,
тып-тып, тып-тып,
«Аҡбуҙат» йыры матур.
Уның менән дуҫ булғандар
Иң көслөләр, иң батыр!
Факиһа ТУҒЫҘБАЕВА.