+17 °С
Ясно
VK
Шиғри күстәнәс
18 Декабря 2024, 09:52

Минең ғаиләм

Әсәйем бәлеш бешерҙе,Керҙәрҙе йыуып элде.Атай балалар баҡсаһынанАлып ҡайтты һеңлемде.Магазинға барып килдек,Уйынсыҡтарҙы йыйҙыҡ.Тәмле-татлы ризыҡтарҙыӨҫтәлебеҙгә теҙҙек.Эх, танауҙы ҡытыҡлайБоҫло ит, аш еҫтәре.Алма, еләк бәлешенәнКилә йәйҙең тәмдәре.Түңәрәк өҫтәл тирәләйЯҡындарым йыйылған:Атай, әсәй, һеңлем һәм мин -Минең түңәрәк донъям!

Минең ғаиләмМинең ғаиләм
Минең ғаиләм

Ғибаҙуллин Даниэль, Өфө ҡалаһы 103-сө мәктәбенең 4"А" класы уҡыусыһы

Автор:Рита Стеничкина
Читайте нас