-2 °С
Ҡар
VK
Бөтә яңылыҡтар
Шиғри күстәнәс
18 Декабрь , 17:03

Өфө ҡалаһына арналған шиғырҙар

Быйыл Өфө ҡәлғәһенә нигеҙ һалыныуға - 450 йыл булды. Шул уңайҙан "Аҡбуҙат" журналының 8-се һаны Өфө ҡалаһына арналды. Был һанда Факиһа Туғыҙбаева, Александр Белкин,  Ҡәҙим Аралбай, Рәғиҙә Янбулатованың баш ҡалабыҙға дан йырлаған матур шиғырҙарын уҡырға мөмкин. 

Өфө ҡалаһына арналған шиғырҙар
Өфө ҡалаһына арналған шиғырҙар

Гүзәл Өфөм – Баш ҡалам

Тау башында балҡый бер ҡала,
Ул ҡала Өфө тип атала.
Яҡтыраҡ яна йондоҙҙары,
Матурҙар егет һәм ҡыҙҙары.

Алмалары бешә балланып,
Ағиҙел аға борғаланып.
Уға ҡушыла йәмле Диме,
Ах, Өфөм, мин яратам һине!

Хуш еҫ бөрккән айлы кистәре
Тирбәлдерә йөрәк хистәрен.
Баҡсаһында иркен тын алам,
Ах, Өфөм, минең гүзәл ҡалам!

Урамдары көҙгөләй асфальт,
Эшсән халҡы күңелле һәм шат.
Күргән һайын һине шатланам,
Ах, Өфөм, гүзәл һин, баш ҡалам!

Һиндә үҫтем, эстем һыуҙарың,
Тыңланым йыр, ҡурай моңдарың.
Ҡайҙа барһам, һиңә ашҡынам,
Ах, Өфөм, гүзәл Өфөм, баш ҡалам!

Рәғиҙә Янбулатова

Өфө ҡалаһына арналған шиғырҙар
Өфө ҡалаһына арналған шиғырҙар
Автор:Зухра Рахматуллина
Читайте нас: