

"Аҡбуҙат" балалар журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина уҡыусыларҙы Башҡортостан Башлығы фонды ярҙамында тормошҡа ашырылған "Мин - йәш Шәһитсе" проекты менән медиамәктәпкә исеме бирелгән революционер, партия һәм дәүләт эшмәкәре, яҙыусы Шәһит Хоҙайбирҙиндың башҡорт телен үҫтереүгә индергән өлөшө, профессиональ журналистикаға нигеҙ һалыуы тураһында һөйләне.
Сара ҡунағы, Шәһит Хоҙайбирҙин йорт-музейының ғилми хеҙмәткәре Зөлфирә Ҡарағужина осрашыуға музейҙа һаҡланған төрлө экспонаттарҙы алып килгән ине. Шәһит Хоҙайбирҙиндың шәхси әйберҙәре менән таныштырып, ул уның тормошо һәм ижады хаҡында ентекләп һөйләне. Әңгәмәлә әүҙем ҡатнашҡан балаларға музейҙың буклеттары ла тапшырылды.
Артабан уҡыусылар Рита Кәбир ҡыҙы менән берлектә журналистика, социаль селтәрҙәрҙә мәҡәлә яҙыу, фото һәм видео төшөрөү серҙәрен өйрәнде. Дәрес аҙағында һәр балаға сара хаҡында мәҡәлә яҙырға тәҡдим ителде. Ҡыҙ һәм малайҙар, тиҙ арала үҙҙәре үк фото һәм видеолар төшөрөп, башҡортса мәҡәлә лә яҙып ҡуйҙы. Уңышлы яҙылғандарға бүләктәр таратылды. Бына улар: Айзифа Биктимерова, Искәндәр Вәлиев, Роман Мостафин, Юлиә Хәзиәхмәтова, Әишә Шәймөхәмәтова, Диана Шәфиғуллина. Афарин!
Бөгөнгө сараның иң һөйөнөслөһө, моғайын, шул булғандыр: осрашыу һуңында Лариса Хашим ҡыҙы "Шәһит Хоҙайбирҙин хаҡында ниҙәр белдегеҙ?" - тип һорағас, уҡыусылар матур ғына яуаптар ҡайтарҙы. Балаларҙың үҙ туған теленә иғтибары, ихтирамы бар икән, тимәк, башҡорт теленең дә киләсәге ныҡлы! Тимәк, Шәһит Хоҙайбирҙин етәкселегендә төҙөлгән тел буйынса махсус комиссияның эшләгән эштәре дауам итә!