

Балалар өсөн яҙылған шиғыр, хикәйә, әкиәттәр күп кенә. Әммә замана талабына, балалар зауығына тура киләме улар? Тап ошо һорауҙар күтәрелде сарала. "Ҡулъяҙмаларҙы уҡығанда шундай һорау тыуа: был китап нисә йәшлек балаларға тәғәйенләнә - мотлаҡ шуға иғтибар биреү кәрәк, - тине филология фәндәре кандидаты, профессор Ғәҙилә Мөҙәрис ҡыҙы Бүләкова. - Шулай уҡ балалар китабының күп өлөшөн һүрәттәр биләй, тимәк, ҡыҫҡалыҡ та мөһим. Тематик бүленеш тә китапты уҡымлы итә. Яңылыҡ кәрәк, хәҙерге бала өсөн уҡымлы, аңлайышлы булһын ул әҫәр". Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ниязбай Сәлимов күп кенә яҙыусыларҙың ҡулъяҙма эштәрен мөхәррирләргә, китап итеп әҙерләргә ярҙам итә. "Китап исеме лә уйнап торорға тейеш. Тура телмәрҙә диалект һүҙҙәр ҡулланһа ла, бының менән артыҡ мауыҡмаҫҡа ине, сөнки беҙ был рәүешле балаларҙың башын бутайбыҙ түгелме?" - тине үҙ сығышында Ниязбай Булатбай улы. "Аҡбуҙат" журналының баш мөхәррире, Башҡортостандың халыҡ шағиры Лариса Абдуллина йыш ҡына "Балалар - беҙҙең киләсәк кенә түгел, улар беҙҙең бөгөнгө", - ти. Һәм шул үҫеп килгән быуынды тәрбиәләүҙә, милли зауығын тәрбиәләүҙә, әлбиттә, йөкмәткеле, ҡыҙыҡлы китаптар кәрәк. Бөгөнгө ултырыш ошо мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә бер оло аҙым булһын!