

Байрам ҡунаҡтары - Башҡортостандың халыҡ артисы, ҡурайсы Роберт Юлдашев һәм Башҡортостандың халыҡ шағиры, "Аҡбуҙат" журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллинаны балалар ихлас алҡыштар менән ҡаршы алды.
Роберт Нәжип улы үҙе менән Урал тауҙарында үҫкән ҡурай көпшәләрен алып килгән ине. Һәм сара ваҡытында мөғжизә тыуҙы: Лариса Хашим ҡыҙы ҡурай хаҡында шиғыр уҡыған ваҡытта Роберт Юлдашев ҡурай яһаны.
Ябай үләндән эшләнгән ҡурайҙа төрлө көйҙәр һыҙҙыртҡас, Роберт Нәжип улы балалар менән әңгәмә ҡорҙо. Башҡорттар хаҡында һаҡланған боронғо яҙмалар, Урал батыр ҡалдырған мираҫ, ҡурайҙың дауалау көсө, бәхет асылы һәм башҡа күп төшөнсәләр хаҡында булды әңгәмә.
Ҡурай көнөндә, әлбиттә, билдәле ҡурайсыларҙы ла иҫкә төшөрөп үтер кәрәк. Лариса Хашим ҡыҙы "Ниндәй ҡурайсыларҙы беләһегеҙ?" - тип һорағас, уҡыусылар байтаҡ ҡына исемдәрҙе иҫкә төшөрҙө.
Сара тамамланғас, уҡыусылар таралышырға ашыҡманы: ҡайһы берҙәре ҡунаҡтар янында туҡтап, үҙҙәренең һорауҙарын бирҙе. Хатта ҡубыҙҙа ла уйнап күрһәттеләр.
Рухи мираҫты һаҡлап ҡалыу өсөн уны үҫеп килгән быуынға еткереү, балаларҙың күңеленә шул ойотҡоно һалыу, уларҙың күңелендә үткәнебеҙгә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу мөһим.
Ҡурай байрамынан уҡыусылар рухи яҡтан байып ҡайтҡандыр тип ышанабыҙ.